+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Декабрь 2020, 14:57

Әсәй шундай буламы?

Бынан 16 йыл элек Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан бер йәш ҡатын эҙһеҙ юғала. 3 йәшлек улы менән 6 айлыҡ ҡына ҡыҙы әсәнең атаһы ҡарамағында ҡала.

Эҙләү эше алып барылһа ла, һөҙөмтә булмай. Балалар ҙурайғас, пенсия аҡсаһы етмәй башлағас, олатайҙары судҡа мөрәжәғәт итә һәм балиғ булмағандарға әсәйҙәрен юғалтыу сәбәпле түләү юллана. Ә 2015 йылда ҡатындың был донъяла юҡлығы тураһында ҡарар сығарыла. Был турала "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.
Әммә... ҡатын ошо йылдарҙа Башҡортостанда йәшәгән булып сыға. Ғаилә ҡорған, улы бар икән. Быйыл балаларға бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны юллап, пенсия фондына мөрәжәғәт иткән, шундағы мәғлүмәт буйынса тотолған да инде. Суд уның үлеме тураһындағы ҡарар ғәмәлдән сығара. Шулай итеп, балаларға 16 йылдан һуң бәләкәй генә көйөнсә үҙҙәрен ташлап киткән әсәй кеше менән суд залында осрашырға тура килә. Ниндәй тойғолар кисергәндәрҙер, уйлауы ла ауыр...
Фото: интернеттан.
Читайте нас: