+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Декабрь 2020, 01:12

"Йәшлек шоу"ҙа кем еңер?

Быйыл "Йәшлек шоу-2020" Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолоуы менән үҙенсәлекле. Әле финалға сыҡҡан 6 ҡатнашыусы өсөн интернетта тауыш биреү бара.

Кемдәр улар, тиһегеҙме? Алиса Йомағәлиева (Салауат ҡалаһы, Башҡортостан), RAHIMOV (Ришат Рәхимов, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡортостан), Илдар Абдуллин (Ырымбур ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе), «ZAKARIA» фолк-төркөмө (Ҡазан ҡалаһы, Татарстан), Алтынай Заһитов өсөн (Мәскәү ҡалаһы) һәм Наҙгөл Отузова (Салауат районы, Башҡортостан).
Тауыш биреү һөҙөмтәләре 26 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үтәсәк суперфиналда иғлан ителәсәк.
Кем иң-иңе тип табылыр? Гран-при эйәһенә 300 мең һум аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Һәләтле йырсының ижадын үҫтереү менән артабан Элвин Грей шөғөлләнәсәк.
Читайте нас: