-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Декабрь 2020, 17:56

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡаралды

Кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышы үтте һәм унда башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителде.

Был документ тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ғалимдары тарафынан әҙерләнгән. Унда милләтебеҙ үҫеше буйынса заманса маҡсаттар, ғәмәлдәр һәм принциптар тупланған. Ҡоролтай ултырышында Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов та ҡатнашты. Ул документты ыңғай баһаланы. "Стратегияның логик эстәлеге етди нигеҙле, теүәл маҡсаттар һәм саралар планы бар. Йәмәғәтселек тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуҙың аныҡ юлы күрһәтелгән",— тине ул.
Ултырышта ҡатнашыусылар документ проектына үҙҙәренең тәҡдимдәрен дә индерҙе. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы тулыландырылғас, киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Документҡа ҡушымта ла әҙерләнгән. Ул ун тематик өлөштән тора. Бер нисәүһе балаларға арналған: традицион күп балалы башҡорт ғаиләһен популярлаштырыу, кесе йәштәге балалар араһында башҡорт телле мәҙәниәт булдырыу, үҫмерҙәрҙе башҡорт мәҙәни мөхитенә интеграциялау... Ҡушымта авторҙарының береһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, документ милли үҙенсәлекте нығытыуға, халҡыбыҙҙың үҙаңын тәрбиәләүгә, уның абруйын яңы кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш.
Белеүегеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт халҡының тарихы йылы тип иғлан итергә тәҡдим иткәйне. Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин алдағы йылға планлаштырылған саралар тураһында әйтеп үтте. Билдәле булыуынса, "Шайморатов вариҫтары" халыҡ проекты тормошҡа ашырыла. 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугирҙарының исемлеге электрон вариантта сығасаҡ. Тиҙҙән сайттың исем туйы буласаҡ. 2021 йылда күп кенә тарихи шәхестәребеҙҙең, яҙыусыларыбыҙҙың юбилейҙары, улар киң билдәләнәсәк. Тағы бер мөһим ваҡиға: Ырымбурҙа Каруанһарай тарихи-архитектура ҡомартҡыһы төҙөлөүгә 175 йыл туласаҡ. Шулай уҡ киләһе йылда "Без - башҡортлар" проекты буйынса эш артабан дауам ителәсәк.
Читайте нас: