+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Декабрь 2020, 15:05

"Шайморатов вариҫтары" белешмәһе менән танышығыҙ

Бөгөн онлайн форматта "Шайморатовсылар - легендар 122-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары" белешмәһенең электрон вариантының исем туйы булды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин “Шайморатовсылар” халыҡ проекты тураһында һөйләне. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы байрамына һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының – шайморатовсыларҙың исемен асыҡлап мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Был изге эш тураһында иғлан иткәс, халыҡ бик күп хаттар, фотолар, документтар ебәрә. Бөтә мәғлүмәттәр "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми нәшриәтендә тикшерелә, шунан белешмәгә индерелә. “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары” биографик белешмәһенә 2 мең 700 фамилия ингән. Сайтта байтаҡ мәғлүмәт, тарихи фотолар тупланған.
Бик ҙур эш башҡарылған. 112bkd.ru сайтына инеп, һеҙ ҙә Шайморатовсыларҙың биографиялары, данлыҡлы дивизияның тарихы менән таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: