+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Ғинуар 2021, 17:23

Башҡорт тарихы йылы башланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне. Ханты-Манси автономиялы округындағы милләттәштәребеҙ уны танылған тарихсы Салауат Хәмиҙуллин менән онлайн-осрашыуҙан башлап ебәрҙе.

Халҡыбыҙ тарихы тураһындағы онлайн-лекцияны тыңларға Сорғот, Лянтор, Нижневартовск, Когалым, Пыть-ях ҡалаларынан милләттәштәребеҙ йыйылды. Салауат Хәмиҙуллин уларҙы basharchive.ru сайты менән дә таныштырып, шәжәрә төҙөү мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Әйткәндәй, тиҙҙән Ханты-Манси автономиялы округында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙғарыласаҡ.
Фотола: Югра башҡорттары.
Читайте нас: