2018 йылда төшөрөлгән нәфис фильмдың исем туйы 2019 йылда Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар сиктәрендә булғайны. Шунан һуң "Өс таған" абруйлы кинофестивалдәрҙә ҡатнашып, байтаҡ приздар яуланы.
4 марттан был нәфис фильмды Башҡортостан һәм Татарстандың кинотеатрҙарында ҡарай аласаҡбыҙ. Төп ролдәрҙе башҡарыусы йәш актёрҙар ҙа ҙурайҙы инде хәҙер, үҙҙәрен танымай ҙа торорҙармы икән?
Бөркөтлө ауылын Ғафури районындағы төпкөл Толпар ауылы алмаштырғайны.
Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән был фильмды һеҙ ҙә көтәһегеҙме, дуҫтар?