Башҡортостан юлдаш телевидениеһы күрәткән видеояҙманан күренеүенсә, был хәлгә хатта уҡытыусының тормош иптәше лә килеп ҡушылған. Педагог VII синыфта уҡыған үҫмерҙең дәрес үткәрергә ҡамасаулауы, хатта ирештереүе тураһында иренә ҡайтып һөйләй. Ул иһә малайға тәртип ҡағиҙәләрен көс ҡулланып аңлата, һөҙөмтәлә, үҫмер мейеһе һелкенеп, дауаханаға эләгә. Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Кем ғәйепле? Быны хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре асыҡлар, баһа бирер, әлбиттә. Беҙ әлегә ваҡиғаның бар нескәлектәрен дә белмәйбеҙ. Әммә уҡытыусы менән - уҡыусы, өлкән кеше менән бала араһында аңлашмаусанлыҡ килеп сығыуы эсте бошора. Уҡытыусы һәр ваҡыт - уҡытыусы, ә уҡыусы уҡыусы булып ҡалһын ине.