+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
8 Февраль 2021, 17:08

Эттәргә һәм бесәйҙәргә чип ҡуялар

Өфө ҡала ветеринар станцияһында эттәргә һәм бесәйҙәргә ташламалы хаҡҡа чип ҡуйыу буйынса акция башланған.

Нимәгә кәрәк һуң ул, тиһегеҙме? Улар өйҙән сығып китеп юғалып, урамда берәҙәктәр иҫәбен арттырмаһын өсөн, тип аңлаталар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республика ҡала һәм ауыл урамдарында әле 100 мең самаһы эт һәм шул уҡ һанда бесәйҙәрҙең йортһоҙ йөрөүе билдәле. Йыл һайын меңәрләгән кешене урам эттәре тешләй икән.
Бөтә йорт хайуандарына ла чип ҡуйыу тураһында ҡанун сыҡһа, был сара мәжбүри булыр әле. Чибы булған һәр эт, бесәй дөйөм электрон мәғлүмәт базаһына индереләсәк. Шулай итеп, улар ҙа паспортлы булып китер микән?
Фото: pcnews.ru
Читайте нас: