+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Февраль 2021, 14:23

Бала хоҡуҡтарын кем яҡлар?

10 февралдә Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына эш урынынан китеүе тураһында белдергән.

Ул был вазифаны ун йыл буйы башҡарҙы. Ә 2020 йылдың декабрендә республика Башлығы Радий Хәбиров Милана Скоробогатованы Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле итеп тәҡдим итте. Әле кандидатураһы Мәскәүҙә ҡарала.
Балалар омбудсмены 2020 йылда балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса доклад менән дә сығыш яһаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йыл менән сағыштырғанда, балиғ булмағандарға ҡарата енәйәт ҡылыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. «Балиғ булмағандарға ҡарата енси характерҙағы көс ҡулланыу» буйынса ла хоҡуҡ боҙоуҙар 435-ҙән 828-гә артҡан. Милана Скоробогатова бындай енәйәттәрҙе кәметеү өсөн ауыр тормош шарттарындағы ғаиләләрҙе күҙәтеп торорға, социаль-психологик хеҙмәттәр селтәрен киңәйтергә, балаларға һәм ғаиләгә ярҙам итеү институтын булдырырға кәрәк, тип билдәләй.
Читайте нас: