+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Февраль 2021, 14:11

Сит илдәрҙә "Фиксики" йәнһүрәтен яраталар

Беҙҙең балалар ниндәй йәнһүрәттәр ҡарарға ярата икән? Ә бына илебеҙҙә "Аэроплан" студияһында сығарылған "Фиксики" сериалын 2016 йылда рәсми рәүештә Америкала хатта мәғариф программаһына индергәндәр.

Йәнһүрәт Эдуард Успенскийҙың "Гарантийные человечки" повесы буйынса төшөрөлгән. 2005 йылда продюсер Георгий Васильев халыҡ-ара кимәлдә танылыу табырлыҡ уңышлы анимацион бренд уйлап сығарырға теләй. "Фиксик" инглизсәнән тәржемә иткәндә "бәләкәй генә тылсым эйәһе", "төҙәтеү, йүнәтеү" тигәнде аңлата. Был һүҙ балаларҙы төрлө көнкүреш приборҙары һәм физик күренештәр менән таныштырыусы йәнһүрәткә сит илдәрҙә танылыу табырға ярҙам итә. Көнбайыш һәм Көнсығыш Европала, Америкала, Канадала фиксиктар тураһындағы сериал кескәйҙәр өсөн файҙалы тип иҫәпләнә һәм бик популяр.
Читайте нас: