+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Февраль 2021, 15:54

Яңы университеттың исемендә" башҡорт" тигән һүҙ буласаҡ

Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереп, донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорто булдырыу тураһындағы яңылыҡты ишетеп беләһегеҙ инде. Яңы университеттың исемендә "башҡорт" тигән һүҙ буласаҡ.

Был турала бөгөн вице-премьер Азат Бадранов "Коммерсант-Башкортостан" гәзите редакцияһына белдергән.
Билдәле булыуынса, абитуриенттарға әлегә борсолаһы юҡ: быйыл һәм алдағы йылда Өфө дәүләт авиация техник университетына ла, Башҡорт дәүләт университетына ла ҡабул итеү үҙгәрешһеҙ ҡала, уҡырға һәр береһе айырым ҡабул итәсәк, ти Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов.
Фото: бАШИНФОРМ.
Читайте нас: