Былтыр коронавирус арҡаһында акция интернетта ғына үткәйне. Быйыл иһә тулы масштаблы форматта булыр, тиҙәр. Теҙелеү урыны, хәрәкәт итеү маршруты, шулай уҡ Өфөлә һәм республиканың бөтә район-ҡалаларында сараның берҙәм башланыу, дөйөм республика буйынса бер минутлыҡ тынлыҡ ваҡыты ла билдәләнгән.