Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ла махсус урын бүленде. Ростов өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән музейға дивизияның хәрби байрағының күсермәһе, дивизия яугирҙәре атып төшөргән немец самолетынан эшләнгән еҙ ҡурай, кавалеристар эйәре, бетеү, ҡамсы һәм Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивында һаҡланған документтар, фотоһүрәттәрҙең күсермәләре алып барылды.
Яңыраҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары Марсель Тойғонов, Артур Ғайсаров һәм Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов музейға Рәсәй Геройы генерал Шайморатовтың ҡылысы күсермәһен һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған мультимедиа системаһын тапшырған. Хәҙер стендҡа яҡын килеү менән датчик эшләй башлай һәм башҡорт яугирҙарының хәрби юлы, тарихы тураһында мәғлүмәт яңғырай.