+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Февраль 2021, 15:18

Ике гәзиткә яҙылып, һыуытҡыс отҡан

Республикала "Яҙыл да бүләк от!" акцияһы йылдан-йыл әүҙемләшә. 2021 йылға гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында отош уйыны Башҡортостан юлдаш телеканалында ғинуар аҙағында ойошторолғайны.

Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр баҫмалар тиражының артыуы күҙәтелә. Ә отош уйынында ҡатнашырға теләп, 2 меңдән ашыу кеше квитанцияларын ебәргән. Ошо көндәрҙә һыуытҡыс отҡан Ғәзимә Абдуллинаға бүләге тапшырылды. Ул Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Наурыҙ ауылынан, хеҙмәт ветераны.
- Өләсәйем һәм әсәйем район гәзитен алдырып уҡып, бөтә ваҡиғалар тураһында белеп тора ине. Ғаилә ҡорғас, мин дә яҙыла башланым. Йәшерәк саҡта һауынсыларҙың күпме һөт һауып алыуын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара торғайным. Хәҙер яҡташтарымдың ижадын уҡыуы күңелле, - ти хеҙмәт ветераны Ғәзимә Абдуллина. "Кармаскалинская новь" һәм "Үҙән" гәзиттәренә яҙылып, "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто ойошторған отош уйынында һыуытҡыс алыуына бик шат ул.
Әйткәндәй, әле 2021 йылдың икенсе яртыһына алдан яҙылыу кампанияһы бара. Ул 1 апрелгә тиклем барасаҡ һәм гәзит-журналдарға тәүге ярты йыллыҡ хаҡтары буйынса яҙылып буласаҡ.Мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ,дуҫтар!
Читайте нас: