+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Февраль 2021, 09:17

Ауылдарға интернет үткәрелә

Республикала "Башинформсвязь" тәҡдиме менән "Уңайлы интернет" проекты тормошҡа ашырыла. Маҡсаты - ауылдарҙы интернет менән тәьмин итеү.

Белеүегеҙсә, коронавирус пандемияһы арҡаһында уҡыусыларҙы дистанцион уҡытыуға күсереү күп кенә ауылдарҙа интернет булмауын асыҡланы. Яңы проект буйынса әле республиканың 30 ауылында төҙөлөш эштәре алып барыла икән. Бөтәһе 262 бәләкәй ауылға интернет үткәреләсәк. Ғариза буйынса өйҙәргә лә индерәсәктәр. Дөйөм алғанда, 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана. "Быны дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләйбеҙ. Сығымдарҙың яртыһын «Башинформсвязь» йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала. Тиҙлекле интернет, IP-телевидение һәм IP-телефония – республикала һәр кем ҡуллана алырлыҡ заманса минимум", - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: tvkrasnodar.ru
Читайте нас: