Программала «Ылаҡ» уйыны, ат сабышы, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, уҡ атыу турниры ҡаралған. Ярышта ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл күбәйә, география ла киңәйә. Ойоштороусылар белдереүенсә, бүләктәр ҙә шәп. Быйыл "Ылаҡ" уйынында еңеүселәргә тәүге тапҡыр күсмә кубок тапшырыласаҡ.