Салауат районының Тирмән мәктәбенә Сафуан Әлибай исеме бирелде һәм унда таҡтаташ асылды. Тантанала район етәксеһе Марс Кашапов, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, шағирҙың улы Салауат Әлибаев һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Белем усағындағы Сафуан Әлибайға арналған музейҙа китаптарынан күргәҙмә ойошторлғайны. Салауат Әлибаев унда атаһының шәхси әйберҙәрен дә тапшырҙы. Ә уҡыусылар күренекле яҡташтарының шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.