+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Февраль 2021, 16:50

Эске эштәр министрлығы тикшерә

Бөгөн иртән Өфө мэрияһынан һәм бер нисә белем усағынан кешеләрҙе эвакуацияланылар. Сәбәбе: бинаға шартлатҡыс һалыныуы тураһында электрон почталарына хат килгән.

Көнө көнмө һуң әле: һыуыҡ, әсе ел. Шундай мәлдә тышта һыуыҡ тейҙереүең дә бар. Ярай әле күптәрҙе атай-әсәйҙәре килеп алып ҡайтҡан, өлкән синыф уҡыусылары ла өйҙәренә ҡайтарылған. Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова белдереүенсә, ҡалған балаларҙы күрше йорттарға индереп торғандар. Һәр мәктәп янына хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡотҡарыусылар, "Тиҙ ярҙам" машиналары килгән.
Әле Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы был хәл буйынса тикшереү эше башлаған. Кемдең уҫал шаярыуы икәнлеге тиҙҙән асыҡланыр.
Фото: politring.com
Читайте нас: