Мартта яңы медицинаға ҡарата саралар үтһә, апрелдә космос өлкәһенә иғтибар бүленәсәк. Май - хәүефһеҙлеккә, йәйгеһен сәнәғәт технологияларына, климат, экологияға бәйле саралар була. Сентябрҙә - генетика һәм йәшәү сифаты, октябрҙә киләсәк энергетикаһы тураһында һөйләшеүҙәр көтөлә. Ноябрь яһалма интеллектҡа бағышлана. Фән һәм технологиялар йылы "Кеше һәм йәмғиәт" тигән тема менән тамамланасаҡ.