+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Февраль 2021, 14:25

Балаларҙы автобустан төшөрөп ҡалдырырға ярамай

1 марттан Рәсәйҙә бер нисә ҡанун үҙ көсөнә инәсәк. Араларында балаларға ҡағылғандары ла бар.

Мәҫәлән, 16 йәшкә тиклемгеләрҙе билеты булмағанда автобустан йәки трамвай, троллейбустан төшөрөп ҡалдырыу тыйыла. Был ҡанунды, моғайын, балалар ғына түгел, кондукторҙар ҙа көткәндер әле. Ни тиһәң дә, хәҙер яңы йәмәғәт транспортында камералар бар,уларға билетһыҙ пассажир өсөн үҙенә штраф һалып ҡуйыуҙары ихтимал ине. Яңы ҡағиҙә балаларҙың хәүефһеҙлеген, һаулығын һаҡлау өсөн индерелгән. Юғиһә, ил кимәлендә ҡараңғы ваҡытта, ҡала ситендә лә балаларҙы төшөрөп ҡалдырған осраҡтар булғаны бар.
Әммә уҡыусыларға, яңы ҡанунға һылтанып, билет алмай йөрөү ҙә килешмәй.
Фото: ok.ru
Читайте нас: