+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Февраль 2021, 17:28

Уҡыусы ҡыҙҙарҙы урлағандар

Кисә Нигерияла Джангебе ҡалаһындағы дәүләт белем усағы - интернат-мәктәптән 300 ҡыҙҙы урлағандар. Был турала ТАСС хәбәр итә.

Бандиттар төнгө сәғәт берҙә машиналарҙа һәм мотоциклдарҙа килгән. Ҡайһы берәүҙәре дәүләт именлеге хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең кейемендә булған. Ҡыҙҙарҙы урамға сығырға мәжбүр иткәндәр һәм машиналарға ултыртҡандар. Урындағы власть етәкселәре был фактты раҫлаған, ҡыҙҙарҙы ҡайҙа алып китеүҙәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Тәүбә, тәүбә... Нигерияла быға тиклем дә ошоға оҡшаш осраҡтар булған. 2014 йылда Чибок ҡалаһында террористик ойошма вәкилдәре 276 уҡыусы ҡыҙҙы урлаған. Был турала хатта википедияла яҙғандар. Уҡыусылар өс йыл буйы тотҡонда булған, йөҙләбен ҡотҡара алмағандар...
Читайте нас: