Президент Бердымөхәмәтов ҡала көнө - 25 майҙа донъяға килгән тәүге малайға Ашхабад йәки Пайтагт (Баш ҡала) тигән исем ҡушырға тәҡдим иткән. Ҡыҙ балаға иһә Мәрйен тип ҡушасаҡтар икән. Сабыйҙарға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнә. "Был исемдәр баш ҡалаға һөйөү, хөрмәт, халыҡтың бәхетле тормошта йәшәүе менән ғорурланыу билдәһе буласаҡ", - тип белдергән Төркмәнстан Президенты.