Уны Башҡортостан, Татарстан, күрше төбәктәр, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Алтай крайы кинотеатрҙарында ҡараясаҡтар. Ә кисә Мәскәүҙә Кино йортонда "Өс таған"дың премьераһы булған.
Фильм Ғафури районы Толпар ауылында 2018 йылда төшөрөлә башлағайны. Повестағы Кирәмәт тауын Стәрлетамаҡ янындағы Йөрәктау шиханы алмаштырҙы. Кастинг үткәреп, 500-ҙән ашыу йәш актер араһынан Ильдар Биҡҡолов (Ғабдулла), Руслан Кадаев (Айҙар), Арслан Ғәлиев (Вәзир), Ильяс Кинйәбулатов (Яҡуп) һайлап алынған. Ә Гөлнур ролендә - Әминә Яҡупова. Кино башҡорт телендә төшөрөлә, шулай уҡ Санкт-Петербургта профессиональ дубляж актерҙары ҡатнашлығында русса варианты ла эшләнә. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә күрһәтеү өсөн инглиз һәм урыҫ телдәрендә субтитрҙар менән эшләнгәне лә бар. "Өс таған" унлап конкурста призлы урындар ҙа алып өлгөрҙө инде.
Фильмдың башҡортсаһын да, урыҫ телендәгеһен дә ҡарағы килә. Ҡарарбыҙ, ниһайәт, прокатҡа сыға бит!