-7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Милли мәктәптәр тураһында ҡанун проекты ҡараласаҡ

Дәүләт Думаһы апрелдә Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән ҡанун проектын тикшерергә планлаштыра икән. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, "Мәғариф тураһында" федераль ҡанунға "этномәҙәни мәғариф ойошмаһы" тигән терминды өҫтәү тураһында һүҙ бара.

Ҡанун проектына ярашлы, тел тураһында этномәҙәни мәғариф ойошмаһының уставында яҙылырға тейеш була. Милли мәктәптәрҙе айырым биләмәләргә беркетмәү мөмкинлеген биреү тураһында ла әйтелә. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв әйтеүенсә, ҡанун буйынса гражданин ниндәй телдә уҡыуҙы, ниндәй телде өйрәнеүҙе һайлау хоҡуғына эйә. Практикала йыш ҡына ата-әсәләр балаларын милли мәктәпкә алып килә һәм уның өсөн икенсе телде һайлай. Белем усағында иһә кадрҙар һәм уҡытыу-методик ҡулланмалар менән бәйле ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Әгәр этномәҙәни мәғариф ойошмаһы уставында уҡытыу теле яҙылһа һәм ул айырым биләмәгә беркетелмәһә, сифатлы белем биреү мөмкинлеге артасаҡ.
Читайте нас: