+2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөғин Нагаев исеме бирелде

Мөғин Кәрим улы Нагаев - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугиры. Уны генерал Миңлеғәле Шайморатов орденының беренсе кавалеры тип тә беләбеҙ.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Сығышы менән хәҙерге Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылынан. Мөғин Нагаев 102 йәшендә үткән йылдың 10 декабрендә вафат булды. Уның исемен мәңгеләштереп, Өфөнөң Киров районындағы 160-сы лицейға Мөғин Нагаев исеме бирелә. Был эш артабан да дауам ителеп, йәшәгән өйөнә, тыуған ауылы мәктәбенә таҡтаташтар ҡуйыласаҡ, Өфөләге скверға уның исеме биреләсәк һәм Һыуыҡҡулдағы дан аллеяһы ветеран исемен йөрөтәсәк.
Читайте нас: