+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кастингта кемдәр ҡатнаша?

Башҡортостан Башлығының 30 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булған "Яңы моң" халыҡ-ара музыкаль проектының тәүге телевизион һайлап алыу этабын 13 мартта киске 19 сәғәт 30 минутта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Проекттың "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә "https://vk.com/photo-202439486_457239018 конкурстың сираттағы этабы - телевизион кастингҡа үтеүселәрҙең исемлеге бирелгән. Төрлө тарафтарҙан һайлап алынған 57 кеше араһында үҙебеҙҙең республиканан таныш йырсылар ҙа бар: Рәфис Ишбаев, Ян Лира, Гөлйемеш Ҡылысова, Сабина Кучаева, Искәндәр Сөләймәнов, Тимур Ямалов, Алтынай Заһитова... Ә жюри составында проект авторы Радик Юлъяҡшин менән Лина Арифулина һәм Гөлназ Асаева эшләй икән.
""Яңы моң" төркөмөндә проектта ҡатнашыусылар менән яҡындан таныштырып барырға вәғәҙә итәләр. Һәләтле яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек.
Читайте нас: