+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Күмертауҙа джинсылар тегелә

Күмертауҙа "БАШ-ДЕНИМ" предприятиеһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн джинсынан кейемдәр тегелә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күмертауҙа булғанда ошо ойошмала эше менән дә танышты. Был компания 18 йылға яҡын Краснодарҙа эшләгән булған. Былтыр Күмертауҙа ҡуртымға бина алып, тегеү цехы асҡандар. "Инвестиция сәғәте"ндә проектарын уңышлы яҡлап, дәүләт ярҙамы алғандар.
"Баш-Деним" тип аталған предприятиела 2 - 14 йәшлек балаларға джинсы кейемдәр тегелә. Уларҙы Rich Family федераль селтәре гипермаркеттарында, Wildberries интернет-магазинында һатып алырға мөмкин.
Был ойошма шулай уҡ өлкәндәр өсөн дә джинсы кейемдәр, махсус һаҡланыу костюмдары, битлектәр тегә.
Читайте нас