+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Экологик акция үтә

15 мартта Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтары көнө булды. Быйыл ул "Пластик материалдар менән бысратыуға ҡаршы көрәш" девизы менән үтә икән. Ошо айҡанлы 17 мартта Өфөләге бер нисә "Магнит" магазинында пластик әйберҙәрҙе ҡабул итеү пункттары эшләйәсәк.

М. Жуков, 30; Дағстан, 2; Менделеев, 137; Аксаков, 60 адрестары буйынса урынлашҡан магазиндарҙа көндөҙгө 3-тән киске 6-ға тиклем кәрәкмәгән полиэтилен ҡапсыҡтарығыҙҙы тапшыра алаһығыҙ. Экологик акцияла ҡатнашыусы һәр кемгә лотерея билеты биреләсәк һәм "Вся Уфа" телеканалында 19 мартта иртән тура эфирҙа отош уйыны үткәреләсәк. Бүләктәр - төрлө салондарға сертификаттар, театр, музей, киноға билеттар.
Читайте нас