Пермь өлкәһенең Барҙа районы Төнгүк ауылында Ғәйнә ырыуы башҡорттары ҡоро булды. Унда Башҡортостандан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Пермь крайының Барҙа районы башлығы урынбаҫары Татьяна Балтаева, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов һәм башҡалар ҡатнашты. Ғәйнә ырыуы башлығы Марат Мозафаров: "Яңы быуында үҙ тамырҙарыңа, тарихыңа ҡыҙыҡһыныу һүрелеүе күҙәтелә. Беҙ халҡыбыҙ киләсәгенең бөгөнгөлә икәнен онотмайыҡ, йәш быуынға иғтибар бүләйек", - тине.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтов: “Телебеҙ һаҡланып ҡалһын өсөн уға кәрәкле мөхит булдырыу мөһим. Беҙ бәләкәй саҡта “Баш ҡалабыз – Казан”, тип уҡыныҡ, әммә мин атай-әсәйем ярҙамында башҡорт икәнлегемде белдем, ә туған телемдә һөйләшергә радио ярҙам итте. Бөгөн дә беҙҙең яҡта башҡортса радио һәм телевидение эшләргә тейеш. Китапханаларыбыҙҙа башҡорт әҙәбиәте аҙ, башҡорт телен өйрәнгән йәкшәмбе мәктәптәренә методик әсбаптар кәрәк,"- тип белдерҙе.
Йыйылыштың резолюцияһы ҡабул ителде. Ғәйнә башҡорттары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә «Юлдаш» радиоһы һәм «Башҡортостан» юлдаш телевидениеһын Пермь крайы биләмәләрендә тыңлау һәм ҡарау мөмкинлеген булдырыу, Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында эшләүсе хәбәрселәр пунктын асыу, фольклорын, боронғо кейемдәрен һәм биҙәүестәрен өйрәнеү буйынса фәнни эшмәкәрлекте дауам иттереү тураһында мөрәжәғәт итергә ҡарар итте.