Кампус – ул университет ҡаласығы, унда уҡыу кабинеттары, спорт залы, китапхана, конференц-залдар ҙа инә. Әйткәндәй, 2020 йылдың декабрендә Башҡортостанда Өфөнөң Дим районында Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы өсөн ер биләмәһе бүленеүе тураһында билдәле булғайны. Унда студенттар өсөн ятаҡ, ситтән саҡырылған белгестәр өсөн торлаҡ, лабораториялар, конференция залы, секциялар өсөн майҙан төҙөргә тейештәр.