+25 °С
Болотло
VKOKTelegram

Тағы ла маугли-ҡыҙ...

Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙен бик сәйер тотҡан ирҙе эҙәрлекләп барып, бер шәхси йортҡа инә һәм ундағы бысраҡлыҡҡа хайран ҡала. Иҙәндә яланғас бала имгәкләп йөрөй, бер ҡатын менән ир кеше һәм әллә нисә бесәй... Ҡыҙыҡай ҙа "бес-бес" тигәнгә ҡарай. Баҡһаң, уның апаһы ла бар икән.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова социаль селтәрҙәрҙә Мәскәү өлкәһендә табылған ике ҡыҙ яҙмышына ҡарата фекерен белдерҙе. Уларҙың өлкәне ҡасан һуңғы тапҡыр мәктәпкә барғанын да әйтә алмай, бәләкәсе, 6 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һөйләшмәй, ныҡ ябыҡ, 3-4 йәшлек кеүек күренә.
Әле ике бала ла дауаханаға урынлаштырылған. Һаулыҡтарын тикшергәс, дауалау курсы тәғәйенләнәсәк. Бигерәк тә кескәйе дауалауға мохтаж. Ярай әле полиция хеҙмәткәрҙәре уяу булған, балаларҙың ауыр хәлдә ҡалыуын хәҙер тейешле органдар белә, ярҙам итерҙәр. Шуныһы аптырата: ҙурының мәктәпкә йөрөмәй башлауы тураһында бер кем дә бер ҡайҙа ла хәбәр итмәгән. Ғөмүмән, был йорт, унда ниндәй тормош алып барылыуы тураһыда, моғайын, кем булһа ла белгәндер, әммә ләм-мим... Әлеге ваҡытта әсәләренә ҡарата ата-әсәлек бурысын үтәмәгәне өсөн енәйәт эше асылған.
- Балаларҙы тәрбиәгә алырлыҡ туғандары табылһа, бик һәйбәт булыр ине, - тип яҙа Анна Кузнецова.- Ошо хәлгә килтереп еткергән хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм хаталарҙы ла тикшерергә кәрәк. Бәләкәй ҡыҙын әсә кеше тыуғас та сабыйҙар йортонда ҡалдырған булған. Бер ведомствонан икенсеһенә документтар тапшырылмай ҡалһа йә юлда юғалһа, йә намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр ҡулына эләкһә, бына шундай осраҡтар ҙа килеп сыға. Һөҙөмтәлә, балалар зыян күрә.
Читайте нас