+8 °С
Облачно
VKOKTelegram

Рәми Ғарипов ролен кемдәр башҡара?

29 мартта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы "Шағир көндәлеге" ("Дневник поэта") фильм төшөрөлә башлай.

Был тулы метражлы фильм танылған башҡорт режиссёры Булат Йосоповтың "Беренсе республика" трилогияһының өсөнсө өлөшө буласаҡ. Тәүгеләре - "Бабич", "Беренсе республика".
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәми Ғарипов ролен өс актёр башҡарасаҡ. Сөнки уның 8, 15 һәм 25-30 йәшлек саҡтары күрһәтеләсәк. Бала сағын "Һеңлекәш" фильмы аша танылыу яулаған Арыҫлан Ҡырымсурин уйнаһа, үҫмер ваҡытын Өфө сәнғәт институтының театр факультеты студенты Линар Баитов кәүҙәләндерәсәк. Шағир Рәми Ғарипов ролендә - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡунаҡбаев.
Картинала билдәле шәхестәр - Рәсәй шағиры Фёдор Сухов, шулай уҡ Рафаэль Сафин, Марат Кәримов һәм Рәшит Ниғмәти образдарын да күрәсәкбеҙ.
"Шағир көндәлеге" проектының сайтында фильмға ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән үҙегеҙ ҙә таныша алаһығыҙ, дуҫтар.
Читайте нас