Уйлап ҡараһаң, данлыҡлы Матбуғат йортонда ниндәй генә күренекле әҙиптәр, шағирҙар, публицистар һәм башҡалар эшләмәгән? Әле лә редакцияларҙа заманыбыҙҙың талантлы ҡәләм оҫталары байтаҡ.
Ә Матбуғат йортона исем биреү тураһындағы хәбәребеҙ, әлбиттә, 1 апрель шаяртыуы. Шулай ҙа тормошҡа ашмаҫлыҡ та түгел инде, шулай бит, дуҫтар? Ысынлап та, ошондай конкурс иғлан ителһә, кемдең исемен бирергә тәҡдим итер инегеҙ?