+22 °С
Ясно
VKOKTelegram

Балалар ҙа ҡатнаша

Башҡорт тарихы йылы һәм "Ырыу ағасы" республика форумы сиктәрендә башҡорт йыйындарын уҙғарыу дауам итә. Бөгөн Дүртөйлөлә Эске йылан ырыуы башҡорттары йыйылған.

Йылан ырыуы Борай, Дүртөйлө, Саҡмағош, Илеш, Туймазы, Шаран, Яңауыл, Бишбүләк райондарының күпмелер өлөшөн, Йәрмәкәй районын үҙ эсенә ала. Татарстанда ла был ырыуға ҡараған ауылдар бар.
Шуныһы ҡыуандыра: Дүртөйлө ҡалаһында ойошторолған йыйында балалар ҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. Бәләкәй милләттәштәребеҙ өсөн "Тамыр" телеканалы һәм "Аҡбуҙат" журналы саралар үткәрәсәк.
Читайте нас