+21 °С
Облачно
VKOKTelegram

Мәктәп автобустары алынасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы балаларҙы йөрөтөү өсөн 41 автобус һатып аласаҡ.

Әле Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты асыҡ аукцион иғлан иткән. Автобустар быйыл ғына сығарылған, һары төҫтә, "Балалар" тигән яҙыулы, 18 бала һәм бер өлкән кешелек урынлы булырға тейеш. Улар ҡала һәм район мәктәптәренә таратыласаҡ. Атап әйткәндә, ҡаҙна иҫәбенә алынған автобустар Өфөнөң 4-се, 36-сы, 53-сө мәктәптәренә, Өфө районының Зубов, Дорогин, Дмитриевка, Жуково, Миловка ауылдары белем усаҡтарына, Сибайҙағы коррекцион мәктәпкә тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Архангел, Ауырғазы, Асҡын, Бишбүләк, Бөрйән, Бөрө, Балтас, Благовещен, Ғафури, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр, Иглин, Стәрлебаш, Учалы, Яңауылдан берәр йә икешәр мәғариф учреждениеһы яңы автобуслы буласаҡ.
Фото: е-тв.рф
Читайте нас