Шулай итеп, студенттар өсөн кампус Ағиҙел йылғаһының көньяҡ яр битләүендә, элекке Киров исемендәге завод урынлашҡан ерҙәрҙә төҙөләсәк.
Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзалары һәм архитектор-планлаштырыусылар менән бергәләп уның урынлашыу проекты менән танышты. "Ағиҙел буйындағы был биләмә бик уңайлы урын, яҡында ғына бер юлы дүрт юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт, Өфө дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт медицина һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттары урынлашҡан. Буш урында төҙөлөштө башларға ла була. Шулай итеп, бер юлы ике мәсьәләне хәл итәбеҙ – студенттар өсөн уҡыу һәм йәшәү корпустары булған ғилми ҡаласыҡ та төҙөйбөҙ, Ағиҙел буйының көньяҡ битләүен дә төҙөкләндерәбеҙ, матурлайбыҙ", - тине Радий Фәрит улы.