+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
10 Апреля 2021, 07:02

Танып ырыуы йыйыны үтте

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡорт ырыуҙары йыйындарын ойоштороу дауам итә. Кисә Балтаста танып ырыуы йыйыны үтте. Унда Балтас, Ҡариҙел, Тәтешле, Асҡын райондары вәкилдәре ҡатнашты.

«Геральдика системаһына инһен өсөн һәр башҡорт ырыуының гербын эшләргә кәрәк. Ырыуҙар гербын Рәсәйҙә тәүгә эшләйбеҙ. Киләсәктә Танып ырыуы ла донъя геральдика талаптарына яуап биргән гербын ҡабул итер, тип өмөтләнәм», — тине Президиум ултырышында тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, таныптарҙың герб өлгөһөн күрһәтеп. Унда ырыу билдәләре - ағас, ҡош, оран, тамға төшөрөлгән.
Балтаста үткән йыйында балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Кескәйҙәр өсөн сығарылған "Аҡбуҙат" республика журналы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уҡыусылар өсөн матур байрам ойошторҙо.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.
Читайте нас