Күптәр, бигерәк тә йәштәр, смартфон аша ғына иҫәпләшергә лә өйрәнде инде. Шулай ҙа аҡсалар онлайнға күсеү менән ҡыйынлыҡтарға осраусылар ҙа етерлек. Мәҫәлән, яңыраҡ республиканың бер төбәгенән уҡыусы бала әсәһенең банк картаһынан аҡсаһын урлатҡайны. Интернетта виртуаль уйын уйнағанда уның мәғлүмәттәрен яҙған булған. Бынан башҡа ла миҫалдар етерлек. Бөтә Рәсәй финанс грамоталығы аҙналығында аҡса менән эш итеү буйынса белемде арттырыу, йәғни банк картаһын ҡулланыу хәүефһеҙлеге, кредит алғанда хәүефһеҙ эш итеү алымдарын өйрәнеү, ғөмүмән, аҡсаны дөрөҫ тотона белеү, бизнеста финанс алымдары тураһында күп мәғлүмәт алырға мөмкин. Тура эфирҙар, онлайн-лекциялар, вебинарҙар үткәрелә.