+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
13 Апреля 2021, 11:43

"Нурбостан"дың исем туйы үтте

"Тамыр" балалар телеканалының быйылғы концерты «Йырлы донъя Нурбостан» тип аталды. Башҡортостан Башлығының телдәрҙе үҫтереү буйынса грантына төшөрөлгән «Нурбостан» исемле башҡортса беренсе анимацион сериалдың исем туйы былтыр онлайн-форматта ғына үткәйне. Бына, ниһайәт, "Тамыр"ҙың дуҫтарын "Башҡортостан" концерт залына йыйырға насип булды.

Балалар сара барышында «Нурбостан» анимацион сериалы геройҙары – Янур, Ихнур, Уйнур, Һомай, Ахнур, шулай уҡ кире геройҙар – Тайболот һәм Ҡуйболот менән танышты, йәнһүрәттән өҙөктәр ҡараны. 12 сериалы анимацион фильмдың сценарий авторҙары – Гөлназ Ҡолһарина менән Гөлнара Хәлфетдинова, композиторы – Айҙар Хәмзин, рәссамы – Дамир Мөхәмәтйәров.
Йөкмәткеһе бай: башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше, йолалары, батырҙары, брендтары тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Шуға ла «Тамыр» телеканалы «Ырыуҙар йыйыны» республика проектына ҡушылып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә ҡайҙа сара үтә, шунда барып, балалар менән осраша, «Нурбостан»ды күрһәтә. Ҡайҙа ғына булмаған улар: Башҡортостан райондарында ғына түгел, сит өлкәләрҙә, Себер тарафтарында ла күрһәткәндәр анимацион сериалды.
Байрам йыр-бейеүһеҙ буламы инде?! Был юлы ла «Тамыр» йыр ансамбле яңы йырҙар әҙерләгән. Шулай уҡ «Сулпылар» республика телевизион йыр конкурсының 2020 йылғы еңеүселәре сығыш яһаны. Өфө районы Шамонин ауылының «Дарман» һәм Cтәрлетамаҡ ҡалаһының «Торатау» бейеү коллективтары һоҡландырҙы.
«Нурбостан», ысынлап та, үҙе бер ил кеүек. Хатта үҙенең аҡса берәмеге – нуртине лә бар. Балалар өсөн бәйге ойошторолоп, йыл буйына уйын-конкурстарҙа ҡатнашып еңеп, нуртиндәр йыйыу мөмкинлеге бирелде. Ә төп бүләк айфон ине. Исем туйы алдынан йомғаҡ яһалды. Иң тырыштар Наҙгөл Ғимаҙиева -79, Рәзинә Моратшина – 77, Наҙгөл Вәлиева – 65,Айбикә Ямалова – 61, Аделина Дәүләтбәкова 56 нуртин йыйған. Шулай итеп, айфон Ҡыйғы районынан Наҙгөл Ғимаҙиеваға эләкте. Ҡалған еңеүселәргә лә матур бүләктәр тапшырылды.
"Башҡортостан" концерт залына кескәй милләттәштәребеҙ бик күп килгәйне. Барыһы ла туған телебеҙҙә - башҡортса ғына һөйләшә. 29 йыл элек телебеҙҙе һаҡлау ниәте менән булдырылған «Тамыр» балалар телеканалы шулай үҙ маҡсатына өлгәшә.
Фото: Айбулат Аҡбутин.
Читайте нас