+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
21 Апреля 2021, 06:40

Һәр эттең хужаһы булырға тейеш

Эт - кешенең дуҫы, тибеҙ. Шулайҙыр, әгәр ҙә кеше уның хужаһы булһа. Ә хужаһы юҡ икән, эт йыртҡысҡа әйләнә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына йорт эттәрен мотлаҡ теркәү тураһында ҡанун проектын тәҡдим итәсәк.

Ни тиһәң дә,һаҡ булырға кәрәк инде. Бәйләп тотҡан, өйҙә йәшәткән эттәрҙең дә ғаилә ағзаларына зыян килтереүе тураһында миҫалдар бар, шулай булғас, урам эттәренә ни ҡала? Учалы районы Сәфәр ауылында булған фажиғә һуң?
"Кешеләр йорт хайуандарын урамға сығарып ебәреүен туҡтатмайынса, хәл үҙгәрмәйәсәк. Бер этте приютта тотоу өсөн йылына 20 мең һум кәрәк икәнен иҫәпкә алһаҡ, был мәсьәләне аҡса менән генә хәл итеп булмауын аңларға мөмкин. Иң беренсе сәбәп халыҡтың йорт хайуандарына ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо булмауында. Тиҙҙән йорт эттәрен мотлаҡ иҫәпкә алыу тураһында ҡанун проектын тәҡдим итәсәкбеҙ. Был бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк", - тип белдергән Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв.
Этен күрәләтә урамға сығарып ебәргән хужаны яуаплылыҡҡа тарттырырға ла ярҙам итер ине был ҡанун. Йылдар буйы урамда йөрөп, ҡырағайға әйләнгән эттәр булмаҫ ине. 2020 йылда ғына республикала 251 кешенең уларҙан тешләнеүе теркәлгән. Хужаһыҙ эттәр һаны иһә 150 меңдән ашыу.
Фото: yutazy.ru
Читайте нас