+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
28 Апреля 2021, 11:07

Тәкәй ауылы тергеҙелерме?

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынында әле урындағы йәмәғәтселәр тарафынан таштан эшләнгән тирмә генә бар. Әммә унда тиҙҙән этноауыл барлыҡҡа киләсәк, тиҙәр.

Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә. Бөгөн Салауат районында батырыбыҙға арналған кәңәшмә үтә. Унда төньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙары, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша.
Тәкәй ауылы урынында тарихи-этнографик ауыл төҙөү тураһында Салауат районы хакимиәте белдергән. Проект эшләнә башлаған, тиҙәр. Ул тормошҡа ашырылһа, гүзәл тәбиғәтле Салауат районына Салауат Юлаевтың тыуған ерен күрергә барыусылар бермә-бер артасаҡ, әлбиттә.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас