+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Апреля 2021, 05:16

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә

Уны "Башҡортостандың алтын тауышы" тип атанылар. Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазин Учалы районының Байрамғол ауылында тыуған.

Радионан уның бәрхәт тауышын ишетеп һоҡланмаған кеше булмағандыр. Иртә өҙөлдө шул яратҡан дикторыбыҙҙың ғүмере.
Радио көнөндә, йәғни 7 майҙа, "Динамо" стадионында матбуғат хеҙмәткәрҙәре араһында Әхәт Мортазин исемендәге кубокка волейбол турниры уҙғарыла. Унда алты команда көс һынашасаҡ.
Әхәт Мотаһар улы үҙе лә "Юлдаш" радиоһының волейбол ярышында ҡатнашмай ҡалмай торғайны. Хәҙер был сара уның иҫтәлегенә уҙғарыла.
Фото: интернеттан.
Читайте нас