+13 °С
Облачно
VKOKTelegram

Якутов паркында ла байрам буласаҡ

9 майҙа Өфөнөң И.Якутов исемендәге паркында "Беҙҙең интернациональ еңеү" исемле республика байрамы уҙасаҡ.

Программала - Мәңгелек ут янында митинг, Халыҡтар дуҫлығы аллеяһын тантаналы асыу, ветерандар иҫтәлегенә ағастар ултыртыу. Шулай уҡ Өфө балалар филармонияһы, "Тамыр" балалар студияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан әҙерләнгән концерт тәҡдим ителә.
Сара көндөҙгө 11 сәғәт 30 минутта башлана.
Фото: "Йәншишмә" гәзите.
Читайте нас