+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡазан гимназияһындағы фажиғә

Бөгөн балаларыбыҙҙы май байрамдарынан һуң мәктәпкә уҡырға ебәрҙек. Ҡазандағы 175-се гимназияға ла атай-әсәйҙәр ҡыҙҙарын һәм улдарын бер ниндәй шикһеҙ уҡырға оҙатҡандыр ҙа бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда бөгөн ҡот осҡос фажиғә... Ике кеше белем усағына инеп ата башлаған. Әлеге ваҡытҡа 7 баланың - VIII синыфтан 4 малай һәм 3 ҡыҙҙың һәләк булыуы билдәле.

Мәктәптә 1 мең 049 бала уҡыған. Татарстан Республикаһының Мәғариф министрлығы 32 кешенең зыян күреүе тураһында хәбәр итә. Рәсми сығанаҡ буйынса, һөжүм итеүселәрҙең береһе мәктәпкә төп ишектән инеү менән ут асҡан. Енәйәтселәрҙең береһе 19 йәшлек әҙәм, әле был мәктәптә уҡымай, бәлки, тамамлағандыр. Уны тотҡандар. Икенсеһе юҡ ителгән. Ғәҙәттән тыш хәл урынында хоҡуҡ һаҡсылары эшләй. 21 тиҙ ярҙам бригадаһы килгән. Президент Рөстәм Миңлеханов һәм башҡа етәкселәр ҙә шунда. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Анна Кузнецова ла бәйләнештә.
Уҡыусылар балалар баҡсаларына урынлаштырылған, уларға психологик ярҙам күрһәтелә.
Изге Рамаҙан айы. Ике көндән - Ураҙа ғәйете... Террорсылар ҡулынан һәләк булған балалар йәл.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрше республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ярҙам итергә әҙерлегебеҙ тураһында белдерҙе. Ул шулай уҡ республиканың бөтә мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙе талап итте.
"Йәншишмә" редакцияһы ла һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: