+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Милли музейҙа - яңы экспозиция

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында яңыртылған "Башҡортостан 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында" экспозиция залы асылды.

Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы афәте ҡағылмаған бер генә ғаилә лә, йорт та ҡалмағандыр. Башҡортостандан 278 кеше Советтар Союзы Геройы исемен алды, 35-е Дан орденының тулы кавалеры. Тарихты, халҡыбыҙҙың ҡаһармандарса көрәшен оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Музейҙың был залы йәш быуында патриотик рух тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаясаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов Милли музейға һәм уның филиалдарына “Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәре” тигән библиографик белешмәне һәм Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатов һәләк булған ерҙең тупрағы һалынған һауыттарҙы тапшырҙы. Библиографик белешмәгә 2 мең 700 яугирҙың исем-шәрифе һәм фотолар индерелгән. Был эш дауам итә, мәғлүмәттәр йыйыла.
Бөгөн - Музейҙар төнө. Сараларға рәхим итегеҙ!
Читайте нас: