+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Улым булыр, тигәйнем..."

Йәй. Балалар өйҙә ултырып сыҙамай, күптәре ишек алдында. Атай-әсәй иғтибарынан ситтә ҡалғандары ла етерлек.

Түбәнге Новгород ҡалаһында алты йәшлек малай ҙа шул ихата алдындағы майҙансыҡта уйнап йөрөгән еренән юғалған. Баҡһаң, уны 35 йәшлек бер ир етәкләп алып киткән булған икән. Күҙәтеү камераларын тикшерә башлағас, баланың уның менән магазинда бергә йөрөгәнен күргәндәр. Ирҙең документтары ла, йәшәгән ере лә булмай сыға. Икенсе ҡаланан килгәнлеге һәм психоневрология диспансерында иҫәптә торғанлығы асыҡлана. Ҡулға алынғас, малайҙы ауылға алып китергә, үҙенең улы итергә теләүе тураһында һөйләй. Алты йәшлек бала нисек таныш түгел кешегә эйәреп киткән һуң? Сөнки өйөндә тейешле иғтибар күрмәгән. Әсәһе бәләкәй генә улын өйҙән йыраҡта уйнатыуына үкенә лә бит, әммә уға ҡарата ла тикшереү эше асылған, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Йәйгеһен урамдан инге лә килмәй, әлбиттә. Әммә һаҡ булығыҙ, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Насар уйлы кешеләр ҙә барлығын онотмағыҙ.
Читайте нас: