+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Донъялағы иң оҙон ҡыҙ

Ҡайҙа йәшәй, тиһегеҙме? Төркиәлә.

Румеиса Гелгинаның буйы – 2 метр 14 сантиметр. Аяҡ-ҡулдары ла ҙур. Табаны 47-се ир-егеттәр үлсәменә тап килә. Ул рәсми рәүештә донъялағы иң оҙон буйлы ҡыҙ тип танылған.

Румеисаның ата-әсәһе, өлкән ағайҙары, апайҙары ла башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Ә ҡыҙҙың шәп үҫеүе нимәгә бәйле һуң? Һирәк осрай тор­ған генетик ауырыуға.

Оҙон буйлы булыуы уға атлағанда ҡыйынлыҡ тыу­ҙыра. Шуға күрә ҡыҙ үҙенә махсус эшләнгән инвалид коляскаһын һәм ходунки ҡуллана. Аяҡ кейеме лә шәхсән тегелә.

– Буйым иң бейек кәштәләрҙе лә еңел ҡарарға яр­ҙам итә. Тик миңә генә бер кем дә өҫтән ҡарай алмай, – ти ҡыҙ.

Румеиса Гиннес Рекордтар китабына ла индерелгән.

Фото: m.fishki.net



Читайте нас: