+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каедэ – яңы күрәҙәсеме?

«Минең күрәҙәлек итеү һәләтем Францияла йәшәүсе һуҡыр ҡыҙыҡайға күсәсәк.

Ул бүтән балаларҙан ныҡ айырыла, ул – тәбиғәттең тере мөғжизәһе. Шуға был ҡыҙыҡайҙы табырға тырышығыҙ». Болгарияның донъяға танылған бөйөк күрәҙәсеһе Ванга һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙыҡай хаҡында шундай фараз-аманат әйтеп ҡалдырған.

Ошо васыят-һүҙ кемде генә битараф итһен инде?! Күптәрҙең был йәһәттән һәр яңылыҡты ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барыуы тәбиғи. Шуға күрәҙәлек итеү һәләте булған кескәй Каедэ Убер­ҙың төрлө мәғлүмәт, матбуғат саралары тарафынан иғтибар үҙәгенә алыныуы аңлашыла ла.

Каедэ Франциялағы ҙур булмаған ҡалала йәшәй. Ҡәҙимгесә көн иткән татыу ғаиләлә үҫә. Хәҙер уға 17 йәш. Ванга әйткәнсә, ысынлап та, ул тиҫтерҙәренән ныҡ айырыла. Сәләмәтлегендә генетик яҡтан тайпылыштар булған­ға, ҡыҙыҡайҙың физик, психик үҫеше әкренерәк бара. «Миңә бәләкәй генә түңәрәк рәсемен яһауы ла бик ҡыйын», – ти ул. Өҫтәүенә, күреү һәләте лә көндән-көн насарлана. Табиптар әйтеүенсә, был йәһәттән уға бер нисек тә ярҙам итеп булмай, Каедэның һуҡыраясағы ҡотолғоһоҙ.

Әммә, боронғолар әйтмешләй, Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң. Һуҡыраясағы хаҡында белһә лә, Каедэ быны тыныс ҡабул итә. Ул күреүе насарайған һайын, алда ниҙәр көткәнен асығыраҡ күҙаллау һәләте асыла барыуын тоя.

– Мин табип булып, кешеләрҙе дауалаясаҡмын. Әлбиттә, иң элек үҙемде һауыҡтырам һәм башҡалар кеүек уйнай аласаҡмын. Барыбер ҡояшты күрәсәкмен, диңгеҙҙә һыу инәсәкмен. Ҡомлоҡта ҡыҙынып ятҡанда ҡояшҡа, күккә ҡараясаҡмын. Зәп-зәңгәр күктә Алла йәшәй. Мин уны күреп, уға йыр­ҙар йырлаясаҡмын, – ти Каедэ. Йәнә уның кеүек балалар бүтәнсә юҡлығын әйтә.

Ҡыҙҙың күрәҙәлек һәләтен өйҙәгеләр 5 йәшендә ныҡлап һиҙә башлай. Сөнки бығаса тегене-быны һөйләүҙәренә балаларса хыял итеү тип кенә ҡуйған булһалар ҙа, әйткәндәре раҫҡа килеү мөнәсәбәтте үҙгәртә төшә. Мәҫәлән, ағаһына: «Аяғыңды һындырып ҡуйма, һаҡ йөрө», – тип иҫкәртеүҙең икенсе көнөнә теге, ысынлап та, аяғын имгәтә. Шулай уҡ өләсәһенең ауырығаны, атаһы эшләгән фирманың бөлгөнлөккә төшөүе, уларға мираҫ ҡалдырып, донъя ҡуйған ике туған ағаһы тураһында ла тәүләп уның ауыҙынан ишетәләр.

Ә үҙенсәлекле һәләте хаҡында ҡыҙ былайыраҡ һөйләй: «Төнөн йоҡлағанда минең яныма ниндәйҙер шәүләләр килә һәм күрәҙәлек итергә кәрәклеген иҫкәртәләр. Үҙҙәре шундай шомло, уларҙан ҡурҡам».

Шулай уҡ төшөндә бер нисә тапҡыр Ванганы ла күргән ҡыҙ. Бөйөк күрәҙәсе лә уға ергә үтә мөһим, ҙур вазифа үтәү өсөн килгәне хаҡында әйтә.

Өйҙәгеләр, атаһы, әсәһе лә Каедэның Ванга яҙмышын ҡабатлауын теләмәй. «Ҡыҙымдың, башҡа әҙәм балаларылай, бәхет, шатлыҡтар кисереп, ҡәҙимгесә йәшәүен теләйем», – ти әсәһе.

Ванганың фаразлауы раҫҡа сығып, ҡыҙ, ысынлап та, танылған күрәҙәсе булып китерме? Уныһын ваҡыт күрһәтер. Әйҙәгеҙ, ни булһа ла, Каедэға һаулыҡ, аҡ яҙмыш теләйек.


Зөбәржәт МИҢЛЕБАЕВА әҙерләне.

Фото: pronedra.ru
Читайте нас: