-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Лингводок ярҙам итер

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Стәрлебашта үткән ултырышында Рәсәй Фәндәр академияһының Lingvodoc (Лингводок) проектына ҙур иғтибар бүленде.

Лингводок ярҙам итер
Лингводок ярҙам итер

Был платформа 2011 йылда барлыҡҡа килгән һәм әлеге ваҡытта унда Рәсәй буйынса 900 диалект урынлаштырылған. "Башҡорт теленең диалекттары элек  нисек яңғырағанын беҙ белә алмайбыҙ. Был платформа ярҙамында телебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Нисекме? Иң беренсе сиратта сифатлы цифрлы техникаға хикәйә, әкиәттәрҙе яҙҙырып алырға кәрәк. Тыңлауҙан тыш, был яҙмалар өндәрҙең бөтә үҙенсәлектәрен һаҡлауға, фонетик программаларҙа анализларға мөмкинлек бирәсәк. Теге йәки был диалектҡа хас өндәрҙең ярашыуын да анализлап була. Яһалма интеллекттың мөмкинлектәре ҙур. Мәғлүмәтте иң шәп ғалимға ҡарағанда әллә нисә тапҡыр тиҙерәк эшкәртә. Лингводок программаһына етди ҡарарға кәрәк, был - мөһим эш", - тип белдерҙе филология фәндәре кандидаты, Искәндәр Сәитбатталов.

Әйткәндәй, Стәрлебашта үткән ултырышта юрматыларҙың йыйынын ошо районда үткәрергә хәл ителде. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: