-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Август 2021, 14:32

Беләһеңме?

Францияла башланғыс һәм урта белем алыу мотлаҡ һанала.

Беләһеңме?
Беләһеңме?

Тәүгеһе балалар баҡсаһынан уҡ башланып, 10 йәшкәсә дауам итә. Бында уҡыусылар математика, француз телен төплө өйрәнә, ижади эш менән шөғөлләнә. Етенсенән һуң ҡыҙҙар һәм малайҙар колледж-лицейҙарҙа 7 йыл урта белем ала. Башланғыс синыфта туплаған белемдәрен нығыталар, сит телде, күңелдәренә оҡшаған фәндәрҙе һайлап ҡына өйрәнәләр.
Һуңғы өс синыфта уҡыусылар киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булыуҙары хаҡында яҡшы белә. Колледж йәки лицейҙы тамамлағас, урта белем алыу тураһында таныҡлыҡ һәм бакалавр дәрәжәһе бирелә. Был – университетҡа инеү өсөн төп документ. Юғары уҡыу йорттарына уҡыусылар имтихан менән ҡабул ителә.
Әйткәндәй, сит ил граждандарына Францияла бушлай белем алырға мөмкин. Йәшәү һәм ашау сығымдарын ғына үҙҙәре ҡапларға тейеш.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: